пятница, 15 января 2016 г.

Британияның элекке һалдаты Роб Лоури: Франция мәрхәмәтлеккә тест бирә алды.


4 йәшлек ҡыҙ бала- афған ҡасағы менән сик аша үтергә маташҡаны өсөн Францияла 5 йыл төрмә янаған Британияның отставкалағы хәрби хеҙмәткәре Роб Лоури аҡланды. Лоури бәләкәй Бахар менән Калела, гуманитар ярҙам алып килгәндә таныша. Ҡыҙҙың атаһы Лоуриҙан баланы Британиялағы туғандарына алып барып тапшырыуын үтенә.

Мин шуны әйтә алам: бөгөнгө көн шәфҡәтлелеккә тест булды. Франция уны үтә алды- мәрхәмәтлек еңде. Матбуғат улар хаҡында, “законһыҙ рәүештә поездарға, йөк машиналарына ултаралар” тип, насар нәмәләр генә яҙа. Ошондай лагерҙарҙа йәшәгән һәм әгәр беҙ, европалылар, уларға ҡыш сығырға ярҙам итмәһәк, һәләк булырға тейешле балалар хаҡында яҙһындар,”-тип белдерҙе Лоури судтан һуң.

Роб Лоури, баланы йәлләп, Британиялағы туғандарына алып барырға ризалашҡан. Франция Калеһындағы йәшәү шарттары бәләкәй бала өсөн түгел. Элекке һалдат белдереүенсә, “Кале лагеры сүплеккә әйләнеп бара, ә был һоҡланғыс балаға 4 кенә йәш. Бындағы тормош балалар өсөн түгел. Барыһы ла башҡасараҡ булырға тейеш.”

Юлда британлының автомобилен француз полицияһы туҡтатҡан. Бахарҙы ҡасаҡтар лагерына ҡайтарғандар, хәҙер ул элеккесә атаһы менән йәшәй.



Комментариев нет:

Отправить комментарий