пятница, 15 января 2016 г.

Төркиә ИДИЛ боевиктарына теракт ҡоһорон ҡайтарҙы.


Төрөк артиллерияһы Сүриә һәм Ираҡтағы “Ислам дәүләте” төркөмө позицияларын 500 тапҡыр утҡа тотто- һөҙөмтәлә 200 боевик юҡ ителде, араларында регион башлыҡтары ла бар. Был турала Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы белдерҙе. Ул шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: ҡоһор ҡайтарыу ҡоро ерҙә дауам итәсәк, “кәрәк булһа, авиация ла йәлеп ителәсәк.” 

Террористарҙың Ирактың Башик регионындағы һәм Сүриәнең сик буйындағы нығытмалары утҡа тотолдо. ИДИЛ позицияларына артиллерия һөжүме 12 ғинуарҙа Стамбулдағы терактҡа ғәҙел яза рәүешендә яһалды, ГФР-ҙың 10 гражданы уның ҡорбаны булғайны.

Кесаҙна көн Стамбулдағы шартлау булған Солтан Әхмәт майҙанында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары теракт ҡорбандарын иҫкә алыу өсөн йыйылды, һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Фажиғә урынына кешеләр сәскәләр һалды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий