четверг, 14 января 2016 г.

Израиль: Шимон Перес тарайған артерияны киңәйтеү операцияһын уңышлы үткәрҙе.


Израиль сәйәсәтенең аҡһаҡалы Шимон Перес йөрәкте катетерлаштырыу операцияһын уңышлы үткәрҙе, һөҙөмтәлә тарайған артерия киңәйтелде.

Кесаҙна иртән Пересты, хәле хөртәйгәс, Тель-Авив янындағы “Шиба” медицина үҙәгенә килтерәләр. Врачтар хәбәр итеүенсә, ауырыу еңелсә инфаркт үткәргән, операциянан һуң уның хәле яҡшырған.

Шимон Перес 2007-2014 йылдарҙа Израиль президенты булды. 1994 йылда, Перес сит ил эштәре министры вазифаһында саҡта, премьер Ицхаҡ Рабин һәм Фәләстин башлығы Ясир Арафат менән бергә, “Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ булдырыуға индергән тырышлығы өсөн,” Нобель тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.

70 йылға яҡын сәйәси карьераһы дәүерендә Перес күп һанлы министр портфелдәрен алмаштыра һәм ике тапҡыр хөкүмәт башлығы була.


Комментариев нет:

Отправить комментарий