среда, 13 января 2016 г.

Роттердам ҡалаһының мосолман мэры ҡасаҡтарҙы ла, законды ла яҡлай.


Голландияның Роттердам ҡалаһы бургомистры Кёльн ҡалаһындағы тәртипһеҙлектәр өсөн ғәйепте, барыһы ла асыҡланмай тороп, ҡасаҡтарға япһармаҫҡа саҡырҙы. Әхмәт Әбүталип– Көнбайыш Европала тәүге мосолман-мэр– сығышы менән Марокконан.

Ҡанундарҙың өҫтөнлөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләр инем,-тине Әхмәт Әбүталип.-Минеңсә, һөжүм итеүселәрҙең кем булыуы ул тиклем үк мөһим түгел. Әлбиттә, ул хаҡта ла һөйләшергә кәрәк. Әммә ҡанундар барыһынан да өҫтөн. Быны кем эшләүе мөһим түгел. Кем булһа ла, полиция уларҙы тотоп алып яуапҡа тарттырырға тейеш”.

Немец полицияһы көс ҡулланыуҙарҙа һыйыныу урыны һораусылар булыуын раҫланы. Ошоға бәйле бында, Европала, ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүҙе туҡтатырға саҡырыусыларға нимә тиерһегеҙ?”-тип һораны Евроньюс хәбәрсеһе Олаф Брунс.

Европала 1 миллион ҡасаҡ, ә беҙ әле был мәсьәлә буйынса ҡулға алынған 18 кеше хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Полиция уларҙы ҡулға алған. Хәҙер мөһим роль судья ҡулында. Был әҙәмдәр яуапҡа тарттырылырға тейеш, шик аҫтына алынған нәмәләр раҫланһа, беҙҙең алда суд эше буласаҡ,-ти Роттердам мэры.-Тик йәмәғәтселек фекеренә килгәндә, Германия ҡасаҡтары, ғөмүмән бөтә Европа ҡасаҡтары өсөн был бер ҙә ыңғай ваҡиға түгел. Бик ҡыҙғаныс хәл был!”







Комментариев нет:

Отправить комментарий