среда, 13 января 2016 г.

Рәсәй-Япония: мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу хаҡында һөйләшеүҙәр.


Японияның элекке сит ил эштәре министры, идара итеүсе Либерал-демократик фирҡә рәйесе урынбаҫары Масахико Комура бөгөн Рәсәй Федерацияһы сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа Япония премьер-министры Синдзо Абэның РФ президенты Владимир Путинға мөрәжәғәтнамәһен тапшырҙы. Комура Рәсәйҙең дә КХДР-ға ҡарата, был ил водород бомбаһын һынағандан һуң, санцияларға ҡушылыу мәсьәләһен күтәрҙе. Лавров һүҙҙәре буйынса, ике яҡ та Төньяҡ-Көнсығыш Азияла көсөргәнешлелекте арттырыу яғында түгел.

Сергей Лавров, Рәсәй сит ил эштәре министры:

Бөтә өлкәләрҙә лә Рәсәй-Япония мөнәсәбәттәрен үҫтереү зарур- был ике яҡлы мөнәсәбәттәргә лә, халыҡ-ара аренаға ла ҡағыла. Беҙ уға тулыһынса әҙер. Япон коллегаларыбыҙ ҙа Рәсәй менән бөтә өлкәләрҙә лә асыҡ, яһалма сикләүҙәрҙән азат булған, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең көн тәртибендә торған бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итергә мөмкинлек биргән диалогҡа әҙерҙер, тип өмөтләнәбеҙ.”

Рәсәй-Япония мөнәсәбәттәре үҫешендә төп кәртә- Көньяҡ Курил утрауҙары хаҡындағы бәхәс. Токио Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡул ҡуйылмаған тыныслыҡ килешеүенең төп шарты итеп утрауҙарҙы ҡайтарыуҙы алға ҡуя.

Японияла Рәсәй мәҙәниәте фестивале ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән Масахико Комура премьер-министр Абэның Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға бөтә көсөн һалырға ниәтләүен белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий