Таҙартыу
маҡсатында Париждағы Сен-Мартен каналы
үҙәнен киптереү ләм ҡаплаған әллә күпме
нәмәләрҙе асып һалды: тотош велосипедтар
паркы, мотоцикл, байтаҡ ултырғыстар,
сүп-сар контейнерҙары, янғын һүндергестәр,
пистолет һәм күп һанлы шешәләр. Дренаж
эштәре дауам итә, һәм эшселәрҙе алда
бик күп асыштар көтә.
Күперҙән
үтеүселәр канал төбөндәге нәмәләргә
аптырап ҡарай.
Үтеп
барыусы ҡатын:
“Велосипедтар
һәм мотороллерҙарҙың ятыуын ниндәйҙер
һәләкәткә осрау тип аңлатып була. Ә
шешәләрҙе бит аңлы рәүештә ташлағандар-
был башҡа һыйырлыҡ нәмә түгел.”
XIX
быуаттың тәүге яртыһында
ҡаҙылған каналды 15 йыл һайын таҙартып
торалар. Һәр процедурала көтөлмәгән
табыштар осрай.
Ә
Парижда йәшәүсе бәләкәстәр унда нимә
табырға теләр ине икән?
Балалар:
“Ну,
мәҫәлән, тәңкәләр, алтын ҡойолмаһы һәм
йәүһәр”.
90
мең куб метр күләмендәге
канал һыуҙары күрше Сенаға ағыҙылған.
Каналдағы 4 тонна ауырлығындағы һаҙандар
ҙа шунда оҙатылған. Хаҡы 9,5 млн евроға
барып төшәсәк таҙартыу һәм ремонтлау
эштәре апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий