вторник, 12 января 2016 г.

Францияның төньяғы: мигранттар өсөн контейнерҙар.


Франция властары Каленан алыҫ түгел палаткалы легаль булмаған лагерҙа йәшәүсе ҡасаҡтар өсөн ваҡытлы лагерь асты. Яңы лагерь 125 металл контейнерҙан тора, унда 1500 кеше урынлаштырыласаҡ. Контейнерҙарҙа тәү сиратта бәлиғ булмаған балалы ғаиләләргә урын биреләсәк.

Николя Полиак, Па-де-Кале департаменты префектураһы махсус миссияһы башлығы:

Был ваҡытлы лагерь, бындағы мигранттарҙың хәҙер үҙ ҡыйығы бар. Беҙҙең маҡсат- уларға паспорт алыуға юл асыу һәм француз йәмғиәтендә үҙләшеп китергә мөмкинлек биреү.”

Ләкин Францияның төньяғы ҡасаҡтарҙы бында төйәкләнеү маҡсатында түгел, Евротоннелгә яҡынлығы менән ҡыҙыҡһындыра. Уларҙың күпселеге Ла-Манштың икенсе ярында йәшәргә теләй.

Әхмәт әл-Хәмәт, Сүриә ҡасағы:

Палаткала йәшәйемме, контейнерҙамы- миңә барыбер. Мин Британияла һыйыныу урыны алырға теләйем.”
Джунгли” атамаһын алған, күп халыҡ йәшәгән легаль булмаған лагерь урындағы халыҡта хәүеф тыуҙыра. Күптәр бынан күсеп китергә йыйына.

Ноэль Лебрэн, “Онотолғандарассоциацияһы башлығы:

Беҙ күсеп китергә мәжбүр. Был нормаль күренеш түгел. Сәйәсмәндәр бер нәмә лә эшләмәй. Беҙҙе оноттолар.”

Әлеге мәлдә Кале районында 6 000 тирәһе легаль булмаған мигрант көн күрә, уларҙың иҫәбе артыу өҫтөндә.


Авторы: Юрий Смирнов |AFP, REUTERS материалдары буйынса

Комментариев нет:

Отправить комментарий