воскресенье, 10 января 2016 г.

Мосолмандарҙы Трамптың һайлаусылар менән осрашыу кисәһенән ҡыуып сығарғандар.


Көньяҡ Каролина штатында АҠШ президентлығына республиканлылар кандидаты Дональд Трамптың һайлау алды осрашыуына ике мосолмандың килеүе ғауға менән тамамлана. Тәүҙә һаҡсылар “Проблема исламда түгел,” тип әйткәне өсөн генә залдың һөсләтеп ҡысҡырыныуы аҫтында мосолман Джибрил Хафаны төрткөләп сығара. Ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәһә лә, хиджабтағы мосолман ҡатын Роуз Хамидты ла шул рәүешле оҙаталар. Ҡатындың футболкаһына “Сәләм. Мин именлек теләп килдем” тип һәм түшендәге һары йондоҙға “мосолман” тип яҙылған була.

Исламофобия- Дональд Трамп һайлау алды кампанияһының төп темаһы. Айырым алғанда, ул Ҡушма Штаттар территорияһына мосолмандарға юлды ябырға тәҡдим итә.

Трамп менән осрашыуға килеүен Роуз Хамид былай тип аңлатты:

Мин тәртип боҙорға теләмәнем. Мин проблема тыуҙырырға теләмәнем. Кешеләргә шуны ғына аңлатҡым килгәйне: Трамп һөйләгәндәр буласаҡ президент өсөн лайыҡ нәмәләр түгел.”

Америка-ислам мөнәсәбәттәре советы Дональд Трамптан, һайлаусылар йыйылышынан ҡыуып сығарыуҙары өсөн, Роуз Хамидтан ғәфү үтенеүҙе талап итте.

Авторы: Юрий Смирнов | REUTERS материалдары буйынса.





Комментариев нет:

Отправить комментарий