понедельник, 18 января 2016 г.

Төрөк Курдстаны: һәләк булыусылар арта.


Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы операция барышында именлек көстәре тарафынан 12 курд сепаратисы үлтерелгән. Был турала материалдар Төркиәнең оборона министрлығы сайтында баҫылып сыҡты.

Башлыса курдтар йәшәгән райондарҙағы операция танкылар һәм башҡа хәрби техника ҡулланып дауам итә. Ҡала- ҡасабалар бер ай инде комендант сәғәте шарттарында көн итә. Ошо осорҙа, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Силопиҙа 135 кеше үлтерелгән, Джизрала- 308, Сурала- 101. Властар уларҙың барыһын да “террористар” тип атай.

Комендант сәғәтен бөтөрөүҙе һәм хәрби операцияны туҡтатыуҙы талап иткән курд демонстранттарын ҡыуып таратыу өсөн, полиция йәкшәмбе Диябаҡырҙа йәнә йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий