понедельник, 18 января 2016 г.

Иң бай 62 әҙәмдең байлығы ярты кешелектең мөлкәтенә тиң.


Байҙар байый, ярлылар ярлылана. Иң бай 62 әҙәмдең мөлкәте 3,5 миллиард Ер халҡының байлығына тиң –йәкшәмбе көн Швейцария Давосындағы Бөтә донъя иҡтисади форумында коммерция булмаған Oxfam халыҡ-ара ойошмаһының сираттағы тикшеренеүҙәрендә шундай мәғлүмәттәр килтерелде.

Oxfam иҫәбе буйынса, 2010 йылдан бирле был 62 әҙәмдең байлығы 44 процентҡа артһа, ярлыларҙың милке 41 процентҡа, йәғни 1 триллион долларға кәмегән. Oxfam байҙар һәм ярлылар араһындағы айырманың артыуын иң юғары һәм иң түбән хеҙмәт хаҡы араһындағы айырманың артыуында, эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы кәмеүендә һәм һалым льготаларынан тап байҙар файҙаланыуында күрә.

Ойошма иҫәбе буйынса, офшор зоналарында йәшерелгән килем һалымдарын түләү генә лә 190 миллиард доллар күләмендә өҫтәмә ресурс алырға мөмкинлек бирер ине.

Иң байҙарҙың яртыһы АҠШ-та йәшәй, 17-һе- Европала, ҡалғандары Ҡытай, Бразилия, Мексика һәм Японияла.






Комментариев нет:

Отправить комментарий