Мосолман
ҡатын-ҡыҙҙарына инглиз телен өйрәнергә
мөмкинлек биреү өсөн, Бөйөк Британия
хөкүмәте 20 миллион фунт стерлинг бүлергә
әҙер. Был турала премьер-министр Дэвид
Кэмерон хәбәр итте. Ошо рәүешле Британия
властары, мосолман-ҡатын ҡыҙҙарын
йәмғиәттә үҙләштереп, радикаль ислам
төркөмдәре пропагандаһы йоғонтоһонан
йолоп ҡалырға өмөтләнә.
“Беҙ
һәр кем үҙ таланттарын аса алырҙай
ойошҡан, берҙәм милләт төҙөргә теләйбеҙ.
Әгәр ҡайһы берәүҙәр уның телендә һөйләшә
белмәһә, мөмкинлектәр иле хаҡында
һүҙ йөрөтөп булмай. Күп осраҡта уларҙың
бында ғәйебе лә юҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙы
аралашмаҫҡа, урамға сыҡмаҫҡа, телде
өйрәнмәҫкә мәжбүриләйҙәр- был насар
күренеш. Бындай хәлде үҙгәртергә кәрәк,
ошо тәҡдимдәр шул үҙгәреште атҡарырға
мөмкинлек бирәсәк тә.”
Британия
хөкүмәте телгә өйрәтеү менән бәйле
сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға әҙер, әммә
шуны ла киҫәтеп ҡуя: әгәр ҡатын-ҡыҙҙар
2,5 йыл эсендә инглиз телендә һөйләшә
башламаһа, уларҙы депортациялауҙары
ихтимал.
Британия
мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы
бының менән риза түгел:
“Беҙҙең
ышаныс телефонына мосолман ҡатын-ҡыҙҙары
мөрәжәғәт итә: улар, бигерәк тә ситтән
ирҙәре янына йәшәргә килеүселәр,
колледждарҙа уҡырға, инглиз телен
өйрәнергә теләй. Әммә ғаиләләре уларға
быны рөхсәт итмәй. Депортация хәүефе
уларҙы контролдә тотоу һәм уларҙың
ауыҙын ябыу өсөн файҙаланыла. Әгәр
хөкүмәт, “уҡымаған өсөн беҙ ҡатын-ҡыҙҙарға
яза бирәсәкбеҙ,” тип әйтә икән, уларҙы
икеләтә ҡорбан хәленә ҡуя,”-ти Шаиста
Гохир.
Бөгөн
Англияла ғына инглиз телен белмәгән
190 мең мосолман ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
Мигранттарҙың ҡатындарына ҡағылышлы
был ҡағиҙәләр ошо йылдың октябренән үк
үҙ көсөнә инәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий