вторник, 19 января 2016 г.

Греция: пенсия реформаһына ҡаршы акция.


Яңы пенсия реформаһы проектына ризаһыҙлығын белдереү өсөн, хаҡлы ялдағы бер нисә йөҙ кеше Афина урамдарына сыҡты.

Греция хөкүмәте киләсәктә пенсияны һиҙелерлек кәметергә, взностарҙы арттырырға һәм берҙәм социаль страховкалау фонды булдырырға ниәтләй.

Был пенсия реформаһын ҡабул итеүҙе беҙ туҡтатырға тейеш, юғиһә пенсияһыҙ ҙа ҡаласаҡбыҙ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә юҡҡа сығасаҡ,”-ти митингыла ҡатнашыусыларҙың береһе.

Уларҙың маҡсаты- илдә социаль страховкалауҙы емереү,”-ти акцияла ҡатнашҡан икенсе берәү.

86 миллиард евро күләмендәге тышҡы финанс ярҙамы пакетын алыу өсөн, Греция пенсия реформаһы үткәрергә тейеш. Яҡын көндәрҙә халыҡ-ара кредиторҙар Афинаның алынған йөкләмәләрҙе үтәүен тикшерә башлаясаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий