Бөгөн
Давоста Бөтә донъя иҡтисад форумы асыла.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, төп тема-
“Дүртенсе сәнәғәт революцияһы,” әммә
һүҙ, әлбиттә, һуңғы яңылыҡтар хаҡында
ла барасаҡ: нефткә хаҡтарҙың түбәнәйеүе,
Ирандан санкцияларҙы алыу, Ҡытай иҡтисады
үҫешенең әкренәйеүе һәм ислам терроризмы
хәүефе.
Йәнә
бер мөһим тема - байҙар һәм ярлылар
араһындағы айырманың артыуы.
Ричард
Эдельман, Edelman компанияһы башлығы:
“Тигеҙһеҙлек
эҙемтәһе- популизм. АҠШ-та быны Трамп
миҫалында күрәбеҙ, Францияла- Лё Пен,
Венгрияла- Орбан. Уйлауымса, оҙаҡламай
һул флангыла ла шул уҡ хәлдәр буласаҡ.
АҠШ-та Берни Сандерс пәйҙә булды,
Британияла- Корбин.”
Форум
асылыр алдынан матбуғатта шундай
статистика пәйҙә булды: Ерҙәге байлыҡтың
яртыһы 62 кеше ҡулында, йәғни Ерҙәге 1
процент әҙәм ҡулындағы милек ҡалған 99
проценттыҡынан да күберәк.
/ПОПУЛИЗМ —
(лат.
populus халыҡ)- киң массаларға төбәлгән,
ҡырҡыу социаль проблемаларҙы тиҙ һәм
еңел хәл итеүҙе вәғәҙә иткән сәйәсәт./
Комментариев нет:
Отправить комментарий