вторник, 26 января 2016 г.

Европол, Европала яңы теракттар булыуы ихтимал, тип иҫәпләй.


ЕС-тың Европол полиция агенствоһы шул хаҡта киҫәтә:
Былтырғы Париждағы һөжүмдәрҙән һуң, ИДИЛ һәм башҡа төркөмдәр Европала яңы теракттар әҙерләүе ихтимал.”

Европол агенствоһы Роб Уэйнрайт былай тип хәбәр итте:
ЕС милли именлек хеҙмәтенең төп эксперттары фекеренсә, ИД Европала яңы теракттар үткәрергә әҙер һәм был уның ҡулынан килә.”

Бөгөн Европол беҙҙең ойошма һәм башҡа милли орган белгестәре әҙерләгән докладты баҫтыра,-тип дауам итә Уэйнрайт.- Ул “Ислам дәүләтенең” яңы хәрби саралар һәм, төп һөжүмде Европаға яһау ниәте менән, глобаль масштабтағы ҙур теракттар кампанияһы әҙерләүе тураһында.”

Р. Уэйнрайт Гаагала Европолдың терроризмға ҡаршы үҙәген асыу cараһында сығыш яһаны. Үҙәк үҫә барған ИДИЛ хәүефе фонында төҙөлдө. Ул Сүриәләге 5 мең сит ил ДАИШ боевигын асыҡлау һәм интернеттағы пропаганда менән шөғөлләнәсәк, милли полицияның тәфтиш эшен координациялаясаҡ. Әле унда 40 аналитик, әммә яҡын айҙарҙа штат ҙурайтыласаҡ, сөнки, Париж ваҡиғаларынан һуң, ЕС илдәре махсус хеҙмәттәр араһында мәғлүмәт менән бүлешеүҙе әүҙемләштереү хаҡында килеште.






Комментариев нет:

Отправить комментарий