Төньяҡ
һәм Көньяҡ Америкаға бик тиҙ Зика вирусы
таралыуы арҡаһында, Бөтә донъя һаулыҡ
һаҡлау ойошмаһы саң ҡаға. Америка
ҡитғаһында был вирустың йоғоуы былтыр
Бразилияла май айында күҙәтелгән. Хәҙер
был, Бразилия врачтары фекеренсә, яңы
тыуған бәпәйҙәрҙә микроцефалия
тыуҙырыусы вирус 21 илгә таралған.
“Микроцефалия
һәм ауырлы саҡта Зика вирусын йоҡтороу
араһындағы сәбәп-эҙемтәләр әлегә
билдәләнмәһә лә, хәүефле ситләтелгән
дәлилдәр бар,”-тип
киҫәтә Бөтә
донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Генераль
директоры Маргарет Чан.
Бөтә
донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекеренсә,
вирустың тиҙ таралыуына ике сәбәп бар.
Беренсенән, Америка ҡитғаһы халҡының
Зика вирусына иммунитеты юҡ. Икенсенән,
вирусты йоҡтороусы һары биҙгәк
серәкәйҙәре, Канада һәм Чилиҙан ҡала,
региондың бөтә илдәренә таралған.
Врачтар фекеренсә, серәкәйҙәрҙе юҡ
итеү- ауырыуҙы булдырмауҙың берҙән-бер
сараһы. Бразилияла был эшкә армияны
йәлеп иткәндәр. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка
халҡын шулай уҡ серәкәй тешләүенән
һаҡланырға саҡыралар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий