среда, 27 января 2016 г.

Һыуыҡтарға ҡарамай, мигранттар Европаға атлыға.


Урта диңгеҙ буйындағы ҡышҡы һалҡындар ҙа яҡшыраҡ тормош эҙләп Европаға атлыҡҡан легаль булмаған мигранттарҙы туҡтата алмай. Шишәмбе көн Италия яр буйы һағы һуңғы бер нисә көндә генә Ливия ярҙарынан резина һәм ағас кәмәләрҙә йөҙөп килгән 1270 мигрантты ҡотҡарыуы хаҡында хәбәр итте. Ҡасаҡтарҙың күбеһе- Суб-Сахара Африкаһы (Сахараның көньяғындағы илдәр) илдәре граждандары. Уларҙың барыһын да итальяндар, караптарына тейәп, Лампедуза утрауына килтергән.

Мигранттар Төркиә территорияһынан да Греция утрауҙарына төбәп юлға сыға. Мәҫәлән, Лесбос утрауына ғына шишәмбе көндө бер нисә йөҙ кеше килеп төшкән. Ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Афина чиновниктарын башҡа Европа илдәренең ҡасаҡтарҙы үҙ илдәренә үткәрмәҫкә тырышыуы борсоуға һалды. Миграция министры Янис Музалас илдең ҡатмарлы хәлдә ҡалыуы хаҡында хәбәр итә: әгәр ҡасаҡтар элек Греция территорияһын күберәк транзит рәүешендә файҙаланһа, башҡа дәүләттәр үҙҙәренең ил сиген япҡан хәлдә, килеүсе легаль булмаған мигранттар ағымы Грецияла тороп ҡалыуы ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий