пятница, 29 января 2016 г.

Германия миграция ҡануниәтен ҡатыландыра.


Германия властары миграция закондарының яңы пакетын әҙерләне. Улар араһында шундай саралар ҙа бар: мигранттар туған-тыумасаһын Германияға тиҙ генә саҡыра алмаясаҡ. Яңы ҡағиҙә буйынса, улар быны ике йыл үткәс кенә эшләй аласаҡ. Өҫтәүенә Марокко, Алжир һәм Тунис имен дәүләттәр иҫәбенә индерелде, был илдәрҙән килеүселәргә Германияла ҡасаҡ статусын алыу ауырға төшәсәк.

Кешенең ниндәй илдән килеүен иҫәпкә алып, ентекле айырым тикшереү үткәреләсәк,-тип белдерҙе Германия канцлеры Ангела Меркель.-Беҙ шуны теләйбеҙ: беҙ ҡабул итергә әҙер булғандар йәмғиәттә үҙләшеп китергә мөмкинлек алырға, беҙ ҡабул итә алмағандар кире ҡайтып китергә тейеш.”

Теркәү системаһын һәм мигранттар өсөн берҙәм шәхес танытмаһы булдырыу күҙ уңында тотола. Ул кешеләр ярҙам һорап төрлө ҡалаларҙа мөрәжәғәт итмәһен һәм төрлө исемдәр аҫтында теркәлмәһен өсөн эшләнә.

Әйтергә кәрәк, шаршамбы көн Ирактан 50 самаһы мигрант, Германиялағы тәртиптәргә риза булмайынса, үҙ теләктәре менән Берлиндан үҙ илдәренә осто. Тик был һирәк күренеш, әлбиттә. Яҡын Көнсығышта конфликттар туҡталмай тороп, хәлдәрҙең ҡырҡа үҙгәреүен көтөп булмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий