пятница, 29 января 2016 г.

Эфиопия: ярты быуат эсендәге иң ҡаты ҡоролоҡ.


Эфиопияла һуңғы 50 йыл эсендәге иң ҡаты ҡоролоҡ. Уңыштың һәм малдарҙың һәләк булыуы арҡаһында, яҡын айҙарҙа илдәге 10,2 миллион кешегә аслыҡ янай.

Гуманитар ойошма вәкилдәре сит илдән килгән ярҙамдың етерлек түгеллеге, гуманитар һәләкәтте булдырмау өсөн 450 миллион евро талап ителеүе хаҡында һөйләй:

Халыҡ-ара йәмәғәтселектең реакцияһы үтә лә һүлпән. Донъя Сүриә һәм мигранттарҙың күпләп күсенеүе кеүек ваҡиғаларға күберәк иғтибар бүлә. Шуға күрә Эфиопия проблемаһына иғтибар етмәй, ә бит бында ҡоролоҡтан 1984 йылдағынан да күберәк кеше зыян күрҙе.”

Эль-Ниньо тәбиғәт феномены- Тымыҡ океандың экваториаль өлөшөндә температураның аномаль күтәрелеүе Эфиопияға лә, Сомалиға ла ҡоролоҡ алып килде. 

1984 йылдағы ҡоролоҡ арҡаһында, Эфиопияла йөҙҙәрсә мең кеше һәләк булғайны.






Комментариев нет:

Отправить комментарий