Нормандиялағы
Кан университеты профессоры һәм ген
инженерияһы буйынса Бойондороҡһоҙ
тикшеренеүҙәр комитеты ағзаһы Жиль-Эрик
Сералини һыйырҙарҙы оҙайлы рәүештә ГМО
продукттар менән ашатыуҙың йоғонтоһон
тикшергән.
Биш
йыл буйы (1998-2002 гг.) Германиялағы фермала
70 һыйыр күҙәтелгән. Уларҙың аҙығына 40%
күләмендә генетик
үҙгәртелгән кукурза (Bt176) өҫтәлгән.
Профессор
Сералини һыйырҙарҙың һаулығын ентекле
тикшерә алған: ҡан, һөт, һейҙек анализдары
алынған. Ул ГМО ҡулланыу һәм ауырыуҙар
араһында бәйләнеш күргән. Айырыуса
хайуандарҙың бөйөрө һәм һөт биҙҙәре
зыянлаған.
“Трансген
сортлы кукуруздың (ВТ кукурузы- улар,
мәҫәлән, Испанияла рөхсәт ителгән) 15
проценты эшләп сығарған инсектицид
токсиндар, оҙайлы ҡулланғанда, зыянлы
булыуы һәм бөйөрҙә, һөт биҙҙәрендә
проблема тыуҙырыуы ихтимал. Тик уларҙы
билдәле бер төркөм хайуандарҙы оҙайлы
тикшергәндә генә асыҡларға мөмкин”,
-ти Брюсселдә Европарламентта тикшереү
һөҙөмтәләре менән таныштырғандан һуң
Сералини.
Профессор
шуны ла әйтеп үтте: сәнәғәт компаниялары
2 аҙналыҡ тест ҡына үткәргән һәм ҡайһы
бер анализ һөҙөмтәләрен йәшереп
ҡалдырған. Monsanto һәм Bayer кеүек байтаҡ ҙур
биотехнология компанияларын үҙ эсенә
алған EuropaBio ассоциацияһы профессор
Сералини һығымталарын тәнҡитләп ташланы
һәм уның ҡомаҡтар өҫтөндә үткәрелгән
тикшеренеүҙәрен фәнни йәмәғәтселек
шик аҫтына алыуын хәтергә төшөрҙө.
Был
ассоциация вәкиле Евроньюсҡа ГМО
аҙыҡтарының хәүефһеҙ булыуы һәм
туҡлыҡлылығы буйынса ғәҙәти продукттарҙан
айырылмауын белдерҙе. Уның фекере
буйынса, 20 йыл буйы ГМО-ны коммерцияла
ҡулланған осорҙа алып барылған
тикшеренеүҙәр быны раҫлап тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий