Римда
“Ғаилә көнө” маршына меңдәрсә кеше
сыҡты— улар Италия парламентында
ҡаралған закон проектына ҡаршы сыға.
Документ бер енесле парҙарға никах
хоҡуғын ғына түгел, партнерҙарының
балаларына ата-әсә булыу хоҡуғын да
бирмәксе.
Италия—
Көнбайыш Европала бер енесле никахтарҙы
танымаған берҙән-бер ил.
-Минеңсә,
балалар хоҡуғы иң алда тоторға тейеш-
теләһә нимә эшләргә хоҡуҡтары булған
өлкәндәрҙең хоҡуҡтарынан алда йөрөргә
тейеш. Был факт. Тәбиғәткә ҡаршы барып
булмай—балалар ир һәм ҡатын никахынан
ғына тыуа,-ти манифестацияла ҡатнашыусы
ҡатындарҙың береһе.
Премьер
министр Маттео Ренци— бер енесле
никахтар яҡлы. Уның фирҡәһе ике палатала
ла күпселекте тәшкил итә. Әммә бөтә
арҡаҙаштары ла башлыҡтары менән риза
түгел— бер нисә министр, ғаилә ҡиммәттәрен
яҡлап, закон проектына асыҡтан-асыҡ
ҡаршы сыҡты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий