воскресенье, 31 января 2016 г.

Урта диңгеҙ аша ҡышҡы юл: хәүеф– ҙурыраҡ, хаҡтар– түбәнерәк.


Эгей диңгеҙе буйындағы Чанаҡҡала янындағы Айваджик ауылы эргәһендә 40 мигрант һәләк булған, ә 75 кешене төрөк яр буйы һағы ҡотҡара алған. Бик күп ҡасаҡтар тейәлгән кәмә Грецияның Лесбос утрауына юл тотҡан булған, әммә шторм арҡаһында, ярҙам алыҫ та китеп өлгөрмәй батҡан. Төркиә властары мәғлүмәттәре буйынса, 17 метрлыҡ карапҡа 120 кеше тейәлгән күбеһе сығышы менән Афғанстан, Сүриә һәм Мьянманан. Ҡотҡарылғандарҙың байтағы, һалҡын тейеп, хәстәханаға эләккән.

Мин быны эшләмәнем! Ант итеп әйтәм: мин быны эшләмәнем!-ти властар тарафынан мигранттарҙы законһыҙ рәүештә ташыуҙа ғәйепләнгән ҡасаҡ.-Кәмәлә минең 6 туғаным. Мин үҙем бында Германияға эләгер өсөн килдем.

Ғинуар айында ғына, ҡасаҡтар эше буйынса БМО комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Европаға юл тоторға ниәтләп, Урта диңгеҙҙе 55 мең мигрант йөҙөп сыҡҡан, 244-е һәләк булған. Һауа торошоноң насар булыуы хәүефте арттыра, әммә ташыу хаҡын кәметә.

Италия яр буйы һағы асыҡ диңгеҙҙә, 30 мигрантты ҡотҡарып, Грецияның Самос һәм Кос утрауҙарына алып килгән. Тулҡын 15 кешене ҡаяларға сығарып ташлаған, уларҙы ла ҡотҡарып, утрауҙарға килтергәндәр.

Ике көн элек Самос утрауы янында, карап һәләкәткә осрап, кәм тигәндә, 24 мигрант һәләк булған, уларҙың унаһы балалар. Ҡотҡарыу операцияһы бер нисә тәүлек дауам иткән.







Комментариев нет:

Отправить комментарий