понедельник, 1 февраля 2016 г.

Европол: Европаға килгәс, 10 мең ҡасаҡ бала юғалған.


Өлкәндәрҙән башҡа Европаға килгән 10 мең мигрант бала 2 йыл эсендә хәбәрһеҙ юғалған- Евроберләшмәнең полиция хеҙмәте- Европол- шундай мәғлүмәттәр килтерҙе. Докладта әйтелеүенсә, балалар ЕС учреждениеларында теркәлгәндән һуң юҡҡа сыҡҡан. The Observer аҙналығы хәбәр итеүенсә, Европол белгестәре, юғалған балалар ойошҡан криминал төркөмдәргә эләгеүе ихтимал, тип иҫәпләй; унда уларҙы енси ҡолдар рәүешендә йәки енәйәттәр эшләгәндә файҙаланыуҙары ихтимал.

Save the children ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йыл Европаға өлкәндәрһеҙ 26 мең бала килгән. Европол 270 мең бала хаҡында һөйләй- был мигранттар ағымының 27 проценты. Ҡасаҡтар көрсөгөн хәл иткәндә, уларҙың яҙмышы иң ҡырҡыу мәсьәлә булып ҡала.

Европол Балкан маршруты үткән үткән ил властарын, бәлиғ булмаған ҡасаҡтар проблемаларына, региондағы криминал төркөмдәр эшмәкәрлегенә иғтибарҙы арттырып, мигрант балаларҙың юҡҡа сығыуына вайымһыҙ булмаҫҡа саҡыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий