понедельник, 1 февраля 2016 г.

Барыр урын булмағанда...Мәскәү һыуығы асарбаҡтарҙы ер аҫтына ҡыуа.


Мәскәүҙәге ҡышҡы һалҡындар һәм илдәге иҡтисади хәлдәрҙең ауырайыуы меңдәрсә асарбаҡтың көндәлек тормошона ла йоғонто яһаны. Баш ҡалала улар- 75 мең самаһы. Һалҡындарҙан күптәр канализация люктарына һәм ташландыҡ туннелдәргә ҡаса, ҡайһы берәүҙәр хәйриә ойошмалары ярҙамына өмөтләнә.

Беҙҙекеләрҙең күптәре йоҡоға тала ла туңа, сөнки уларҙы йылы подъездарҙан ҡыуып сығаралар. Белеүемсә, бик күптәр шулай үлде,”-ти урамда йәшәүсе Вера.

Морон төртөр урыны булмағандарҙың күбеһе, ысын мәғәнәһендә, ер ҡуйынына керә: метроны төнгөлөккә ябалар, вокзалдарҙан асарбаҡтарҙы милиция ҡыуа. Хәйриә үҙәктәре бушлай аҙыҡ-түлек, йылы кейем, одеялдар тарата, әммә төнгөлөккә торлаҡ бирә алмай.

Статистика буйынса, рәсәйлеләрҙең яртыһы урамда тороп ҡалғандарҙы ҡыҙғана, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Ҡалғандары, бындай яҙмышты асарбаҡтар үҙҙәре һайлаған, тип иҫәпләй, сөнки, һәр кемгә лә мәғлүм, күбеһенсә эскеселәр, наркомандар ошондай хәлдә ҡалыусан. Әйтергә кәрәк, барыһы ла бер үк фекерҙе яҡлай: теләгән бер кешегә ярҙам итеп була, дәүләт структураларына быға күберәк иғтибар бүлергә генә кәрәк.






Комментариев нет:

Отправить комментарий