вторник, 2 февраля 2016 г.

БМО Анкараны Джизралағы курдтарҙы атыуҙы тикшерергә саҡыра.


БМО Анкаранан, күҙаллауҙар буйынса, Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында 10 көн элек хәрбиҙәрҙең ҡоралһыҙ кешеләрҙе атыуын тикшереүҙе талап итте. Был турала дүшәмбе көн БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса Баш комиссар идаралығы хәбәр итте. Ведомство башлығы Зәйд Раад әл-Хөсәйен былай тип белдерҙе:

Бөгөн мин төрөк властарын именлек өлкәһендәге операциялар барышында граждандарҙың төп хоҡуҡтарын хөрмәт итергә һәм көньяҡ-көнсығыштағы Джизра ҡалаһындағы ҡоралһыҙ кешеләрҙе атыу ваҡиғаһын кисекмәҫтән тикшерергә саҡырам.”

Әл-Хөсәйен, Төркиәлә рәшәткә артында ултырған йәки суд көткән журналистарҙың һәм башҡа киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һаны артыуын билдәләп, Анкараны һүҙ һәм фекер азатлығын хөрмәт итергә лә саҡырҙы.

Бынан алда киң мәғлүмәт сараларында бер нисә видео пәйҙә булды. Авторҙар раҫлауынса, унда Джизра ҡалаһындағы курдтарҙың матәм процессияһын төрөк хәрбиҙәре атыуы һүрәтләнә. Бер версия буйынса, мәйетте ерләргә килеүселәр араһында Анкара законһыҙ тип иғлан иткән курд формированиелары һуғышсылары ла булыуы ихтимал. Әммә видеола ҡоралһыҙ кешеләрҙе генә күрәбеҙ.

БМО ул кадрҙарҙы “шаҡ ҡатырғыс” тип атаны һәм был видеоны төшөргән, тән йәрәхәттәре алған оператор Рафиҡ Текин ҡулға алыныу мөмкинлегенә “етди хәүефләнеүен” белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий