вторник, 2 февраля 2016 г.

Греция һәм Македония сигенә халыҡ килеп тулды.


Шишәмбе көн Греция һәм Македония сигендә бик күп кеше йыйылып китте. Грецияның Идомени ауылы янындағы лагерь барыһын да һыйҙыра алмай. Бында көн элгәре килгән 700 ҡасаҡ үҙҙәренән алда килгән 2 мең кеше менән бергә төндө асыҡ һауала үткәрҙе. Улар барыһы ла Македонияға үткәреүҙәрен көтә, артабан көнбайыш Европаға юл тоторға ниәтләй.

Палаткаларҙа барыбыҙға ла урын юҡ, ғөмүмән был лагерь ул ҡәҙәр кешегә иҫәпләнмәгән,-тип һөйләй Ирактан бер мигрант.-Бик һыуыҡ булһа ла беҙгә ергә ятып йоҡларға тура килде.”

Ҡасаҡтарҙың Македонияға юл тотоуына урындағы таксистар ҙа ҡамасаулай. Бер нисә көн инде улар, ҡасаҡтарҙы күрше Сербияға ташырға рөхсәт биреүҙе талап итеп (ошоғаса бының өсөн автобустар һәм поездар файҙаланылды), сик буйы тимер юлы вокзалына халыҡты үткәрмәй.

Бығаса рөхсәт ителгән юлдар бикләнгән хәлдә, ҡасаҡтар башҡа юлдарҙы һайлауы ихтимал. Контрабандистар ҡулына эләгеүҙәре мөмкин, ә был бик хәүефле,-”ти сик буйында эшләгән БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса Баш комиссариат хеҙмәткәре.

Греция дәүләт хеҙмәткәрҙәренең пенсия реформаһына ҡаршы сираттағы забастовкаһы хәлде ҡатмарландырыуы ихтимал.

Миграция буйынса халыҡ-ара ойошма матбуғат хеҙмәте яңы йылдың тәүге айында диңгеҙ юлы менән Европаға килгән мигранттар һаны 67 мең кешенән артып китеүе хаҡында хәбәр итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий