Грецияның
Лесбос утрауында йәнә ике мигранттар
теркәү һәм ҡабул итеү үҙәге төҙөләсәк.
Бындағы инфраструктура Төркиә ярынан
кәмәләрҙә йөҙөп килгән мигранттар
ағымын ҡабул итеп өлгөрә алмай. Теркәлеү
үҙәгендә документ алғас, мигранттар
артабан Греция территорияһына, унан
Төньяҡ Европа илдәренә, тәүге нәүбәттә
Германия һәм Швецияға юллана аласаҡ.
Анти
Карагели, ҡасаҡтар лагеры директоры:
“Был
яңы регистрация үҙәге. Һәр контейнер
көн һайын меңдән алып мең ике йөҙгә
ҡәҙәр кешене теркәү өсөн кәрәкле барса
нәмә менән тәьмин ителәсәк.”
Яңы
килеүселәр менән Греция полицияһы һәм
Евроберләшмәнең сик буйы Frontex агенствоһы
офицерҙары һөйләшәсәк. Үткән йәй Лесбоста
мигранттарҙы теркәүгә 5 көн китә ине.
Хәҙер властар кәрәкле процедураларҙы
кешеләр килгән көндө үк атҡарырға вәғәҙә
бирә.
Шишәмбе
көн Лесбоста диңгеҙҙә ҡотҡарылғандарҙың
иҫәбе буйынса рекорд ҡуйылды. Греция
патруль карабы 413 мигрантты алып килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий