среда, 3 февраля 2016 г.

Греция: ферма хужалары яңы ҡаршылыҡ акциялары вәғәҙә итә.


Греция ферма хужалары тракторҙары менән төп автомагистралдәрҙе һәм Төркиә, Болгария һәм Македония сигендәге бер нисә контроль үткәреү пунктын япты. Ауыл хужалығы өлкәһе хеҙмәтсәндәре контроль үткәреү пункттары аша йөк машиналарын үткәреүҙән баш тартты, әммә пассажир автобустарын һәм шәхси машиналарҙы тотҡарламаны.

Мавродис Минсиудис, фермер:

Ер биләүселәр аныҡ реформалар талап итә, был иһә фермерҙар табутына һуңғы ҡаҙаҡ буласаҡ. Беҙ быныһына ла, ғөмүмән бер хөкүмәткә лә беҙҙе ерләргә мөмкинлек бирмәйәсәкбеҙ. Бында һәм кәрәк булған һәр урында торасаҡбыҙ, алышыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ. Бөгөнгө ҡаршылыҡ- әлегә киҫәтеү генә.”

Греция ферма хужаларының акцияһы икенсе аҙна дауам итә. Ауыл хужалығы өлкәһе хеҙмәтсәндәре властарҙың пенсия фондына аҡса бүлеү кимәлен ҡайтанан ҡарарға йыйыныуы менән риза түгел. Күпселек ферма хужаларының йыллыҡ килеме 5 мең евронан түбән, һөҙөмтәлә хөкүмәт пенсияға бүленгән аҡсаның 90 процентын үҙе ҡаплатырға мәжбүр.






Комментариев нет:

Отправить комментарий