среда, 3 февраля 2016 г.

Зика вирусы енси юл менән тарала.


Америкала серәкәйҙәр ярҙамында таралыусы, бәпестәрҙә микроцефалия ауырыуы тыуҙырыусы Зика биҙгәге Америка илдәренән ситкә сығыуы ла ихтимал. АҠШ-та, Далласта, Зика вирусының енси юл менән күсеүе теркәлгән- Венесуэлала сәфәрҙә булған әҙәм ауырыуҙы партнерына йоҡторған.

Хәҙер беҙ Зика вирусының енси юл менән күсеүе хаҡында һөйләйбеҙ. Был бик ҙур бәлә: Латин Америкаһы илдәренә барып, енси бәйләнешкә инеүсе әҙәмдәр вирусты үҙҙәре лә йоҡтороуы һәм башҡаларға ла таратыуы мөмкин. Проблема шунда: вирус йоҡторғандарҙың 80 процентында ауырыуҙың тышҡы билдәләре күренмәй. Хәүеф тап шунда. Аурыуҙың билдәләре күренмәгәндә, вирусты йоҡтороу хәүефе арта,”-ти Захари Томпсон, Даллас һаулыҡ һаҡлау департаменты директоры.

Бразилияла тәүге ауырыуҙар теркәлгән былтырғы йылдың майынан алып вирус Көнбайыш ярымшарҙың 21 иленә үтеп ингән. Зика биҙгәге бик етеҙ таралған Гондураста ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Вирустың енси юл менән таралыуы уның башҡа илдәргә һәм ҡитғаларға таралыу ҡурҡынысын көсәйтә, Латин Америкаһында карнавалдар сезоны башланыуы ул ҡазаны арттырыуы ихтимал.

Зика вирусына һәм ул тыуҙырған биҙгәккә ҡаршы вакцина әлегә юҡ. Ғалимдар иммунология препаратын эшләүгә саҡ тотоноп ҡына тора.





Комментариев нет:

Отправить комментарий