суббота, 23 января 2016 г.

Зика вирусы арҡаһында, сальвадорлыларҙы бала тапмаҫҡа өндәйҙәр.


Зика вирусы таралыуы арҡаһында, сальвадорлыларҙы 2 йыл дауамында бала тапмаҫҡа өндәйҙәр. Ғалимдар раҫлауынса, вирус бала ятҡыһы аша әсәһенән бәпәйгә күсеүе, микроцефалия һәм күреү һәләте боҙолоу кеүек ауырыуҙар тыуҙырыуы ихтимал.

АҠШ властары американлыларҙы Зика вирусы табылған 22 илгә бармаҫҡа саҡыра:

Ауырлы ҡатын организмында булған Зика вирусы ҡарындағы бала һаулығын ҡаҡшатыуы ихтимал, шуға күрә беҙ етди рәүештә ауырлы ҡатындарҙы был регионға бармаҫҡа саҡырабыҙ,-тип белдерҙе АҠШ-тың Ауырыуҙар контроле һәм профилактика үҙәгенән доктор Бет Белл.

Үткән декабрҙә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Зика вирусының ҡайһы бер Латин Америкаһы илдәрендә таралыуы хаҡында иғлан итте. Зика биҙгәгенең иң таралған урыны- Бразилия: бында 3,5 меңдән ашыу яңы тыуған балала микроцефалия теркәлгән, уны ошо вирус таралыуынан күрәләр.

Зика вирусы серәкәйҙәр ярҙамында тарала. Ауырыу үҙе ҡурҡыныс түгел, бер нисә көндә еңел үтә. Әммә ауырлы ҡатындар өсөн ул хәүефле. Бөгөнгө көндә Зика вирусына ҡаршы дарыуҙар юҡ.

/Микроцефалия — аҡыл яғынан артта ҡалыу һәм неврология тайпылыштары менән бергә килгән баш һөйәге һәм мейеһенең етлекмәүе/






Комментариев нет:

Отправить комментарий