воскресенье, 24 января 2016 г.

Мәхмүт Аббас израиллеләргә бысаҡ менән һөжүм итеүҙе ойоштороусыларға ҡаршы көрәшергә вәғәҙә итә.


Фәләстин президенты Мәхмүт Аббас фәләстин йәштәрен, Израиль хәрбиҙәренә һәм халҡына бысаҡ менән һөжүм итергә ҡотортоп, үлемгә этәреүсе төркөмдәрҙе тәнҡитләп сыҡты.

Ноябрь башынан алып, бысаҡ менән һөжүм итеү арҡаһында, 25 израилле һәм 1 американлы һәләк булған. Ошо уҡ ваҡыт эсендә Израиль хәрбиҙәре тарафынан 149 фәләстинле үлтерелгән.

Мәхмүт Аббас:
Шартлатҡыстар, ҡорал ҡулланып йәки ҡораллы төркөмдәр ойоштороп, именлеккә хәүеф тыуҙырған һәр кем, ҡайҙа ғына булһа ла, ҡулға алынасаҡ. Минең әмерем буйынса, был йәһәттән махсус саралар күрелде.”

Шәмбе көн Фәләстиндәге йәһүдтәрҙең Анатот ҡасабаһына инә торған юлда Израиль хәрбиҙәре бысаҡ тотоп йүгереп килгән 13 йәшлек фәләстин ҡыҙын атып үлтергән.

Фәләстин махсус хеҙмәттәре, уларҙың башлығы генерал Мәжит Фарадждың Defence News баҫмаһында донъя күргән мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙән алып израиллеләргә ҡарата 200 терактты туҡтатҡан, ҡоралдарын тартып алып, 100 самаһы потенциаль террористы ҡулға алған.

Авторы: Юрий Смирнов |REUTERS материалдары буйынса.


Комментариев нет:

Отправить комментарий