понедельник, 25 января 2016 г.

Мысыр: һаҡал арҡаһында судҡа эләккәндәр.


Ҡаһирәләге Мысыр музейының 8 хеҙмәткәре Тутанхамон фараондың һаҡалы эше буйынса судҡа эләккән. Хеҙмәткәрҙәргә эшкә һалҡын ҡарау һәм һөнәри стандарттарҙы боҙоу буйынса ғәйепләү белдерелгән. Фараондың ерләү битлегендә елем эҙҙәре табылған. Тәфтишселәр фекеренсә, музей хеҙмәткәрҙәре килеп төшкән йәки яңылыш ватылған һаҡалды, был хәлде йәшереү өсөн, йәбештереп ҡуйғандар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий