понедельник, 25 января 2016 г.

Ҡытайҙа һәм Корея ярымутрауында һалҡындар, ҡар яуа.


Ҡытай, Япония, Корея ярымутрауы бығаса күрелмәгән һалҡындар ҡосағында. Сеулда һуңғы 15 йыл эсендә беренсе тапҡыр һауа температураһы 18 градустан түбәнәйгән. Кореяның яҡшы һауа торошо һәм пляждары менән дан тотҡан Чеджу утрауында, ҡар күпләп яуып, аэропорт ябылған. Көньяҡ Корея киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, КХДР-ҙа температура Цельсий буйынса 30 градустан түбән төшкән.

Себер һалҡындары Ҡытайға ла килде.

Гуанчжоуҙа тыуып-үҫһәм дә, ҡар яуғанын һис ҡасан күрмәнем. Был күренеш мине шаҡ ҡатырҙы. Йәл, ҡар 20 минут ҡына яуҙы,”-ти Гуандун провинцияһында йәшәүсе егет.

Гонконгта температура плюс 3 градусҡа ҡәҙәр төшкән. Субтропик климатлы утрауҙа бындай түбән температура һуңғы 60 йыл эсендә тәүге тапҡыр теркәлгән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий