пятница, 22 января 2016 г.

Давос: ҡасаҡ хәлендә бер көн йәки миграция көрсөгөнән нисек сығырға.


Ҡасаҡ хәлендә бер көн”- ошондай атамалағы сараға Давостағы Бөтә донъя иҡтисад форумында ҡатнашыусыларҙы саҡырҙылар. Бында килеүселәр бер сәғәт буйы мигранттар кисергәнде үҙ елкәһендә татып ҡараны. Сараны элекке ҡасаҡтар һәм хөкүмәттеке булмаған ойошма волонтерҙары үткәрҙе. Улар һалдаттар ролен һәм мигрант лагеры начальнигы ролен башҡарҙы.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылда күсенергә мәбүр булғандарҙың иҫәбе 59 миллиондан ашып киткән. Уҙған йыл Европаға миллиондан артыҡ мигрант килгән, 2016 йылда уларҙың иҫәбе кәмер һымаҡ түгел.

ЕС-та көрсөк менән нисек көрәшергә, яҡшы тормош эҙләүселәр алдында ишекте киң итеп асырғамы әллә саҡ-саҡ ҡынамы тип баш ваталар.

Оксфам”хәйриә ойошмаһы башҡарма директоры Винни Бьянима, Европа уларға арҡаһы менән торорға тейеш түгел, тип иҫәпләй:

Минеңсә, Европа илдәре, ҡасаҡтарға ҡарата халыҡ-ара бурыстарын үтәү өсөн, күберәк тырышлыҡ һалырға, был проблемала үҙҙәренең дә өлөшләтә ғәйебе барлығын танырға тейеш.”

Халыҡ-ара көрсөк төркөмө президенты Жан-Мари Гуэнно ҡасаҡтар ағымы артасаҡ һәм көрсөк ҡырҡыулашасаҡ, тип иҫәпләй:

Минеңсә, Европа халыҡтарҙың бынан да масштаблыраҡ күсенеүенә шаһит буласаҡ. Уға әҙер булыу өсөн, аныҡ һәм конструктив сәйәсәт кәрәк.”

Хәүефләнеүселәр күп, әммә бер нәмәгә- Европаның тиҙ һәм берҙәм рәүештә гуманитар көрсөктө хәл итә алыуына ныҡлы ышаныс юғыраҡ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий