пятница, 22 января 2016 г.

Океандарҙа оҙаҡламай балыҡҡа ҡарағанда пластик күберәк буласаҡ.


Ул океандарҙа йәшәп, океан һауаһын һулап, донъя тирәләй яңғыҙ йөҙөү буйынса рекорд ҡуйҙы. Әммә британлы Эллен Макартур, үҙен планетабыҙҙы ҡотҡарыуға бағышлап, уңышлы яхтсмен торошонан баш тартырға ҡарар итте. Давосҡа ул бөтә донъяға пластик ҡалдыҡтарға “Етте!” тип әйтер өсөн килгән. Ә бының өсөн торошобоҙға системалы үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

Прогноздарға ярашлы, 2050 йылда, әгәр пластик етештереү ошо рәүешле дауам итһә, уның кимәле 3,5 тапҡырға артып китәсәк. Ҡалдыҡтарҙың күп өлөшө сүплеккә ташлана йәки эшкәртелә, әммә байтаҡ өлөшө донъя океаны кеүек нескә экосистемаға эләгә. Йыл һайын унда 8 миллион тонна пластик ташлана, йәғни минут һайын - бер йөк машина сүп-сар.

Әгәр беҙ бөтә системаны ҡайтанан үҙгәртеп ҡорһаҡ, әгәр беҙ башҡа материалдар ҡулланыу хаҡында килешә алһаҡ, кәрәкле кешеләр, сәйәмәндәр менән һөйләшеүҙәр үткәрә алһаҡ, яңы технологиялар үҫешенә этәргес бирә алһаҡ һәм иҡтисадты һәм статистиканы камиллаштырыуҙы дауам итһәк, пластика иҡтисадын тулыһынса үҙгәртеүгә ҙур аҙым яһай аласаҡбыҙ,”-тип уйлай Макартур.

Эксперттар иҫәбе буйынса, бөгөн донъя океаны һыуҙарында 150 миллион тонна пластик ҡалдыҡ йыйылған. Ошо сығарып ырғытыуҙарҙы туҡтатмағанда, 2025 йылда океандағы һәр 3 тонна балыҡҡа 1 тонна пластик шешә һәм пакет тура киләсәк.


Донъя лидерҙарына мәғәнәле мөрәжәғәтнамә: әгәр һеҙ хәҙер үк эшкә тотонмаһағыҙ, 2050 йылда балыҡҡа ҡарағанда пластик күберәк буласаҡ,”-тип хәбәр итә Давостан Изабель Кумар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий