четверг, 21 января 2016 г.

Һум осһоҙланыуы эҙемтәләре.


Рәсәй һумы курсы, нефткә хаҡтар түбәнәйеүе арҡаһында, долларға ҡарата яңы тарихи рекорд ҡуйҙы- шаршамбы көн ул долларға ҡарата 82 һум билдәһен үтеп китте. Ил иҡтисади көрсөккә нығыраҡ бата, ҡулланыу хаҡтары үҫә, ә халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге кәмей.

Бюджетты нефть хаҡтарын баррель өсөн 50 доллар иҫәбенән ҡабул иткән хөкүмәт сығымдарҙы кәметергә мәжбүр. Әммә аҡса уға ғына түгел, ябай граждандарға ла етмәй. Бер нисә ай буйы хеҙмәт хаҡы алмаған “Сбарро” тиҙ туҡланыу рестораны хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙә пикет ойошторҙо. Эш хаҡы алған, тик банктан сит валютаһында кредит алған кешеләр ҙә ҡатмарлы хәлдә тороп ҡалған.

Хәҙер инде беҙ судҡа килеп еттек,-ти бер ҡатын.-Минең ике бәләкәй балам бар. Был уларға бөтөнләй ҡағылмай. Банк менән минең һуңғы диалог 2015 йылдың декабрендә булды, миңә фатирымды тапшырып сығып китергә тәҡдим иттеләр.”

Баш ҡалалағы бер нисә банк бүлексәһендә валюта ҡапҡанына эләккән ипотека алыусыларҙың ҡаршылыҡ акцияһы үтте- улар бурыстарҙы реструктуризациялауҙы талап итә.

Ай һайын түләргә тейешле бурысым хеҙмәт хаҡымдан артып китте,-ти банк клиенты.-Ҡот осҡос хәлдә тороп ҡалдыҡ: фатирымды банкка биргән йә берәй төрлө һатҡан осраҡта ла мин барыбер 8 миллион өҫтәп түләргә тейеш.”

Торлаҡ баҙары тарая, автомобилдәрҙе һатыу кәмей, рәсәйлеләр сит илгә сәйәхәттәрҙән баш тартырға мәжбүр, беренсе тапҡыр смартфондар һатыу кәмене. Йәшәү кимәле түбәнәйә, нефткә хаҡтар әлегесә торғанда, уны күтәреүгә өмөт юҡ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий