четверг, 21 января 2016 г.

Бөтә метеокүҙәтеүҙәр тарихында 2015 йыл иң йылыһы.


Уҙған йыл һуңғы 136 йыл эсендә, йәғни даими рәүештә метеокүҙәтеүҙәр алып барылғаны бирле, иң йылыһы булды- был НАСА бойондороҡһоҙ тикшеренеүҙәр һәм АҠШ-тың Милли океан һәм атмосфера тикшеренеүҙәре идаралығы мәғлүмәттәре. Үткән декабрь АҠШ-тың континенталь өлөшөндә 1895 йылдан бирлеһе иң йылыһы булған, ә Европала – 1919 йылдан бирле. Рәсәйҙең күп өлөшөндә лә һауа торошо ғәҙәттәгенән йылыраҡ булды.

Уның сәбәбе- атмосферала углекислый газдың тупланыуы, ул Ерҙе ҡаплап торған юрған кеүек,-тип аңлата НАСА тикшеренеүсеһе Котон Такер.-Карауатҡа өҫтәп одеял ҡаплап ҡуйған һымаҡ ул. Ул һеҙҙе йылы тота, Ер атмосфераһында углекислый газ да йылыны тотоп тора.”

Ғалимдар фекеренсә, 2015 йыл глобаль йылыныу тенденцияһын дауам иткән. Шуны ла иҫкә төшөрәләр: XIX быуат аҙағынан алып кешелек тап һуңғы 35 йыл эсендә Ер температураһын күтәреүгә айырыуса ҙур өлөш индергән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий