среда, 20 января 2016 г.

Төркиә: Стамбулда һәләк ителгән Грант Динкты хөрмәтләп иҫкә алдылар.


Ике мең самаһы кеше Стамбулда, 9 йыл элек үлтерелгән, сығышы менән әрмән булған төрөк журналисы Грант Динкты хөрмәтләп иҫкә алыр өсөн, манифестацияға йыйылды. Халыҡ Таксим майҙанынан Динк баш редактор булған “Aroc” гәзите редакцияһына ҡәҙәр килде. Йәш төрөк милләтсеһе журналисты үлтереүҙә үҙ ғәйебен таныған, әммә уға заказды кем биреүе һаман да асыҡланмаған.

Динк тыныслыҡҡа саҡырҙы һәм төрөк- әрмән халыҡтарын тоташтырып торҙо,”-ти манифестацияла ҡатнашыусы.

Тәүге суд эше алдан планлаштырылған үлтереш булыуын инҡар итте. Аҙаҡ Юғары суд эште ҡайтанан ҡараны. Журналисҡа полиция иғтибарһыҙ ҡалдырған янауҙар булыуы асыҡланды. 25 полицейский суд алдына баҫасаҡ.

Апарыу эффектив тикшереү эше 2014 йылда, кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды ҡарары иҫәпкә алынғас башланды,-тип аңлата Динка ғаиләһе адвокаты.-Ошо контекста алға китеш булды ла инде. Эйе, бик һуң. Беҙ быға 9 йылдан һуң ғына барып етә алдыҡ, шуға ҡарамаҫтан, яңы ғәйепләү ҡарары үтә лә мөһим.”

Стамбулдан euronews хәбәрсеһе һөйләй:

Теракттар йышайыу сәбәпле, журналист Грант Динк һәләк булыуының туғыҙынсы йыллығын Стамбулда юғары хәүефһеҙлек саралары шарттарында иҫкә алалар. Динктың дуҫтары һәм коллегалары властарҙы үлтерешкә заказ биреүселәрҙе табырға һәм яза бирергә саҡыра. ”









Комментариев нет:

Отправить комментарий