пятница, 8 января 2016 г.

Сүриә хөкүмәте ҡамауҙағы ҡалаларға БМО гуманитар ярҙамын үткәрә.


Сүриә хөкүмәте ҡамауҙағы бер нисә ҡала һәм районға БМО гуманитар ярҙамын үткәрергә рөхсәт бирҙе. Улар араһында Дамаск янындағы Мадая ҡалаһы ла бар. Бынан алда гуманитар эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән БМО координаторҙары оҙаҡ ваҡыт хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡамалашында торған был ҡалаға гуманитар һәләкәт янауы хаҡында белдергәйне. Һуңғы тапҡыр гуманитар ярҙам унда октябрҙә ебәрелгән. Шаһиттар һөйләүенсә, аслыҡтан йонсоған 40 меңдән ашыу кеше унда үлем хәлендә.

БМО ярҙамы барасаҡ йәнә ике урын оппозиция көстәре ҡамауында. Сүриәлә ҡамау хәлендәге бындай  төбәктәр 15. Теге йәки был ҡаланан ҡамауҙы алыу тураһындағы һөйләшеүҙәр ҡаршы яҡтың да ҡамауҙы алыуын талап итеүгә барып төртөлә. Шулай ҙа ҡайһы бер алға китеш бар: декабрҙә Мадаиҙан һәм яуап итеп оппозиция ҡулындағы Забаданиҙан тиҫтәләрсә кеше ҡамауҙан сыҡҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий