суббота, 9 января 2016 г.

“Майн кампф” йәнә һатыуҙа, тик аңлатмалар менән.


Германияла йома көн һатыуға ике томлы “Гитлер. Майн кампф. Тәнҡит баҫмаһы” сығарылды. Баҫманың маҡсаты- заман тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә авторҙың идеяларын һәм раҫлауҙарын кире ҡағыу. Китапта Мюнхендың Заман тарихы институты тарихсылары яҙған 3,5 мең фәнни комментарий бар, унда Гитлер телгә алған кешеләр хаҡында һөйләнелә, ялған теориялары аңлатыла һәм кире ҡағыла. Бығаса Гитлер китабына эксклюзив хоҡуҡ Бавария властарыныҡы ине, тик 2016 йылдың 1 ғинуарынан тыйылған әҫәр йәмәғәт милкенә әүерелде.

Мюнхендың Заман тарихы институты профессоры Андреас Виршинг ул турала бына нимә ти:

Был әшәке бәндәнең уйҙырмаларын авторҙы һәм уның тексын урынына ултыртырлыҡ тәнҡит аңлатмаларынан һәм иҫкәрмәләрҙән тыш халыҡҡа сығарыу яуапһыҙлыҡ булыр ине.”

"Mein Kampf" (“Минең көрәшем”) 1924-26 йылдарҙа яҙыла. Гитлер уны дәүләт түңкәрелеше атҡарырға маташыуы өсөн Ландсберг төрмәһендә ултырғанда яҙа башлай. Был әҫәр национал-социализмдың идеологик нигеҙе булып тора һәм фюрер йәшәгән осорҙа миллионлы тираждар менән нәшер ителә.

Германияның Уҡытыусылар ассоциацияһы башлығы Йозеф Краус һөйләй:

Китапты фәнни комментарийҙар менән баҫыу- дөрөҫ ғәмәл. Ҡараңғы һәм мифик нәмәләрҙе шулай емерергә кәрәк. Уҡытыусы булараҡ минең бурысым шунан ғибәрәт: 12-13 йәшлек үҫмерҙәргә түгел, ә 16-18 йәшлек йәштәргә был аяуһыҙ брошюраның глобаль һәләкәткә алыу килеү ҡурҡынысын аңлатырға кәрәк.”

Гитлерҙың комментарийһыҙ айырым китабы күп кенә илдәрҙә, шул иҫәптән Австрия һәм Германияла тыйылған. Әммә ҡайһы бер илдәрҙә ул байтаҡ тираж менән донъя күрҙе. Фюрерҙың әҫәре Һиндостанда бик популяр, ә Төркиәлә “Майн кампф” бер осор хатта бестселлерға әүерелә. 2004 йылда унда 30 меңдән ашыу дана һатыла.


Комментариев нет:

Отправить комментарий