суббота, 9 января 2016 г.

Яңы йыл ваҡиғаларынан һуң, Германия ҡануниәтте ҡатыландыра.


Кёльн полицияһы башлығы оставкаға ебәрелде. Яңы йыл төнөндә ҡала үҙәгендә полиция ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөжүмдән йолоп ҡала алмағаны өсөн, һуңғы көндәрҙә 60 йәшлек Вольфганг Альберс төрлө яҡтан тәнҡит утына дусар булды.

Германия канцлеры Ангела Меркель белдереүенсә, булып үткән ваҡиғалар арҡаһында, ил ҡануниәте ҡатыланыуы ихтимал:

Төрлө ҡараштар бар. Айырым алғанда шундай мәсьәлә килеп тыуа: йәшәп килгән ҡануниәткә таянырғамы, әллә уға үҙгәрештәр индерергә кәрәкме. Минеңсә, үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Нимәне яҡшыртыу кәрәклеге тураһында хөкүмәт, эске эштәр министры һәм юстиция министры фекер алыша башланы ла инде.”

Яңы йыл һөжүмдәре менән бәйле 32 ҡулға алынған кешенең яртыһынан күберәге һыйыныу урыны һорай. Ҡануниәт буйынса, бындай әҙәмдәр өс айҙан күберәккә хөкөм ителгән осраҡта ғына илдән депортацияланырға тейеш. Уҙған йыл илгә миллиондан ашыу мигрант килгән, уларҙың күбеһе сығышы менән Яҡын Көнсығыштан һәм Төньяҡ Африканан.









Комментариев нет:

Отправить комментарий