Бөтә
Польшала киң мәғлүмәт саралары азатлығын
яҡлап акциялар үтә. Варшава, Вроцлав,
Познань, Краков һәм башҡа ҡалаларҙа
меңдәрсә кеше дәүләт ҡарамағындағы
масс-медиа өҫтөнән контролде ҡатыландырыусы
яңы киң мәғлүмәт саралары хаҡындағы
законға ҡаршы акцияға үҙәк майҙандарға
сыҡты. ЕС-тың күп һанлы учреждениелары
был законды тәнҡитләй, улар
араһында Европа мәғлүмәт берекмәһе һәм
Европа журналистар ассоциацияһы ла
бар.
“Масс-медиа,
демократия ҡурҡыныс аҫтында- беҙ шуның
өсөн митингыға сыҡтыҡ. Киң мәғлүмәт
саралары- демократияның бик мөһим
күрһәткесе. Әгәр медиа властарҙың эшен
күрһәтмәһә, халыҡ уларҙың ниндәй ғәмәлдәр
ҡылғанын белмәйәсәк,”-ти
ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың
береһе.
Митингыларға
ҡарамаҫтан, яңы закон ғәмәлгә инде. TVP
дәүләт
телекоманияһы башлығы итеп Яцек Курски,
элекке журналист, ә хәҙер идара итеүсе
“Хоҡуҡ һәм Ғәҙеллек” консерватив
фирҡәһенән парламент депутаты
тәғәйенләнде. Ә элек дәүләт телевидениеһы
башлығы посына конкурс уҙғарыла торғайны.
Еврокомиссия
яңы закондың Польшалағы һүҙ азатлығына
хәүеф тыуҙырыуы һәм алдағы ултырышта-
13 ғинуарҙа- был мәсьәлә тикшереләсәге
тураһында белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий