четверг, 4 февраля 2016 г.

Обама Балтиморҙағы мәсеттә булды һәм исламды яҡлап сыҡты.


 “Бөгөн һүҙҙе президентыбыҙға, президентыбыҙ Барак Обамаға бирә алыуыма мин бик шат,”-тип мөрәжәғәт итте Балтимор мәсетенә йыйылған халыҡҡа мосолман ҡыҙы. Аҡ йорт башлығы тәүге тапҡыр үҙ илендәге мәсетте барып күрҙе һәм ҡаланың мосолман общинаһы алдында сығыш яһаны. Үҙ телмәрендә Обама “исламдың колониаль ваҡыттарҙан алып Американың бер өлөшө булыуын” әйтеп үтте һәм ил үҫешендә Америка мосолмандарының да роле барлығын иҫкә төшөрҙө.

11 сентябрь теракттарынан һуң һәм шулай уҡ Париждағы, Сан-Бернардинолағы һөжүмдәрҙән һуң, кешеләр был ҡот осҡос теракттарҙы тотош дин менән бәйләйҙәр. Шулай уҡ һуңғы көндәрҙә беҙ Америка мосолмандарына йүнәлтелгән ғәфү итеп булмаҫтай сәйәси риториканы ишетәбеҙ,”-тине АҠШ президенты һәм ватандаштарын бөтә диндәргә ҡарата ла түҙемлелеккә саҡырҙы.

Обама бер дингә һөжүмде башҡа конфессияларға ла һөжүм рәүешендә ҡарауын белдерҙе. Был һүҙҙәр АҠШ президенты посына дәғүә белдергән республиканлы Дональд Трамптың мосолмандарға Ҡушма Штаттарға юлды ябырға саҡырыуына яуап булып яңғыраны.







Комментариев нет:

Отправить комментарий