Wikileaksҡа
нигеҙ һалыусы Джулиан Ассанж законһыҙ
рәүештә иректән мәхрүм итеү буйынса
БМО-ның эшлекле төркөмө ултырышы алдынан,
әгәр Британияға һәм Швецияға ҡаршы
ялыуын 16 ай буйы ҡараған комиссия уның
файҙаһына ҡарар сығармаһа, 5 февралдә,
Эквадор илселегенән китеп, Британия
полицияһына биреләсәге хаҡында
белдергәйне.
БМО-ның
5 кешенән торған эксперттар төркөмө
Ассанжды ҡулға алыуҙы законһыҙ тип
тапты һәм Британия, Швеция властарын
Ассанжды азат итергә саҡырҙы. Эксперттарҙың
һығымталары абруйлы һәм халыҡ-ара
хоҡуҡтарға нигеҙләнгән, әммә ул мотлаҡ
үтәлергә тейеш тигән һүҙ түгел. Лондон
һәм Стокгольм шуны аңғартты ла инде:
Ассанжҡа ҡарата позицияһын улар
үҙгәртергә йыйынмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий