суббота, 6 февраля 2016 г.

4 шарт үтәлгән хәлдә, Британия ЕС-та ҡалыуы ихтимал.


Һорау: Британия премьеры 2017 йыл аҙағына ҡәҙәр Британияны ЕС составында ҡалдырыу тураһында референдум үткәрергә вәғәҙә биргәйне. Ул, ошо ваҡытҡа саҡлы ЕС реформалар үткәрер һәм уның иленә евроклубтан сығыу хәүефе янамаҫ, тип өмөтләнә. Лондондың талаптары ниндәй?

Анн-Мари Мотар, Поль-Валери университетының хәҙерге заман Британияһын тикшереү кафедраһы профессоры яуап бирә:

Уҙған йылдың ноябрендә Британия хөкүмәте ЕС властарына 4 төп талабын еткерҙе. Ул ЕС нигеҙендә ятҡан 4 мөһим принципҡа ҡағыла. Тәүгеһе европалыларҙың ЕС буйлап ирекле йөрөү хоҡуғы менән бәйле. Британия премьер-министры Дэвид Камерон, Британияла төпләнгән Европа илдәренең башҡа граждандары социаль льготалар һәм субсидиялар алыу хоҡуғына эйә булғансы, 4 йыл көтөргә тейеш, тип иҫәпләй.

Икенсенән, һүҙ валюта хаҡында. Британия премьеры евроны берҙәм Европа валютаһы итеп нарыҡлауҙы туҡтатыу яғында. Был осраҡта евро зонаһы дәүләт-ағзалары ҡабул иткән теләһә ниндәй ҡарар башҡа дәүләттәр өсөн бер вариант рәүешендә генә буласаҡ һәм мотлаҡи булмаясаҡ. Был пунктта Британия Лондон Сити йоғонтоһон һаҡлауҙы ҡайғырта.

Өсөнсө талап- уртаҡ баҙар. Европаның конкуренцияға һәләтлеген көсәйтеү маҡсатында, Британия премьеры, бер яҡтан, капиталдың ирекле хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итеүҙе талап итһә, икенсе яҡтан, Европа бюрократияһының бизнесҡа тәьҫирен кәметергә теләй.

Һуңғы пункт милли суверенитетҡа ҡағыла. ЕС-тағы артабанғы сәйәси интеграциянан ҡотолоу өсөн, Дэвид Камерон ЕС килешеүенән “Европа халыҡтары араһындағы тығыҙыраҡ союз” тураһындағы пунктты алып ташларға теләй. Ул хөкүмәттәрҙең ЕС өҫтөнән күҙәтеүен арттырыуҙы һәм милли парламенттарға вето вәкәләте хоҡуғын биреүҙе талап итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий