воскресенье, 7 февраля 2016 г.

Сомали властары “Аэробус” бортындағы шартлау сәбәбен асыҡлаған.


Шишәмбелә Сомали авиалайнеры бортындағы шартлау шартлатҡыс ҡоролма арҡаһында булған - был турала илдең транспорт министры рәсми рәүештә белдереү яһаны. Уның мәғлүмәттәре буйынса, бомбаны ноутбук эсенә йәшергәндәр.

Шартлау өсөн яуаплылыҡты бер кем дә үҙ өҫтөнә алмаған.

Шартлау һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, бортта янғын сыҡҡан, әммә пилоттар самолетты ергә ултырта алған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий