понедельник, 8 февраля 2016 г.

Сараево: мосолман ҡатын-ҡыҙҙары судта хиджабта булыу хоҡуғын яҡлай.


2 мең самаһы кеше, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар, йәкшәмбе көн Сараевола Босния һәм Герцоговина суд учреждениеларында мосолман яулыҡтарында йөрөүҙе тыйыусы законға ҡаршы акция уҙғарҙы. Әйтергә кәрәк, Юғары суд советы ҡарары бөтә дини символдарға ла ҡағыла: христиандарҙың тәреләренә, йәһүдтәрҙең йондоҙҙарына, әммә был тыйыуҙар айырыуса мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының асыуын ҡабартты.

Хиджабыма бөтәһе лә һыйған: ул минең ғүмерем, минең ғорурлығым, минең ышанысым, минең Аллаһҡа һөйөүем,”-ти акцияла ҡатнашыусы ҡатын.

Ойоштороусылар белдереүенсә, властарҙың ҡарары кеше хоҡуҡтарын боҙа:

Беҙ демократик һәм азат йәмғиәтте яҡларға теләйбеҙ. Унда һеҙ Майкл Джексон булып та кейенә алаһығыҙ, офисығыҙ тәҙрә төбөндә яланғас килеш гимнастика эшләй ҙә алаһығыҙ. Шулай уҡ һеҙ яулыҡ ябынып, вуаль кейеп йәки үҙегеҙ теләгәнсә кейенеп йөрөй алаһығыҙ.”

Боснияла хиджаб йөрөтөү коммунистик режим осоронда, ул Югославия составына ингән саҡта тыйыла. Хәҙер мосолмандар ил халҡының 40 процентын тәшкил итә. Күп ҡатын-ҡыҙҙар хиджабта йөрөй, был ҡанундарҙы үтәмәгәндәр ҙә байтаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий