понедельник, 8 февраля 2016 г.

Олланд һәм Меркель Кэмеронға юл ҡуйырға йыйынмай.


Германия һәм Франция башлыҡтары йәкшәмбе көн сик буйындағы Страсбургта урындағы префектура бинаһында осрашып һөйләште, Европаламент спикеры Мартин Шульцты ла үҙҙәре менән алып, ресторанға барҙы. Осрашыу һөҙөмтәһе буйынса белдереүҙәр эшләнмәһә лә, һүҙ иммиграция, терроризм менән көрәш һәм Британияның Евроберләшмәнән сығыу ихтималлығы хаҡында барыуы билдәле. Бөтә был мәсьәләләр киләһе аҙналағы ЕС саммитында Европа лидерҙары иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Берлин һәм Париж элеккесә Лондондың яңы талаптарын ҡабул итергә һәм ташламалар яһарға уйламай, әммә, Анкара һәм Афина менән контакттарҙы әүҙемләштереп, миграция ағымын яйға һалыуҙа уларҙан нәтижәлерәк эш талап итергә йыйына.

Олланд та, Меркель дә Шенген зонаһын һаҡлап ҡалыу яғында. Страсбургта бер нәмәгә асыҡлыҡ индерергә тырыштылар: терроризмға ҡаршы тороу маҡсатында сик буйҙарында контролде тергеҙеү кешеләрҙең һәм йөктәрҙең ирекле хәрәкәте идеяһы менән нисек ярашыр икән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий