вторник, 9 февраля 2016 г.

Бомбалар урынына аҡса: Канада ИДИЛ-ды бомбаға тотоуҙы туҡтата.


22 февралдә Канада Сүриә һәм Ираҡтағы “Ислам дәүләте” төркөмө позицияларын бомбаға тотоуҙы туҡтатасаҡ, әммә киләһе өс йыл эсендә “Ираҡтағы һәм Сүриәләге именлекте нығытыу, хәлдәрҙе тотороҡландырыу, гуманитар ярҙам күрһәтеү һәм көрсөктө йырып сығыу өсөн саралар күреүгә” 1,2 миллиард доллар аҡса сарыф итергә әҙер”- Канада премьер-министры Джастин Трюдо ошо турала хәбәр итте.

ИДИЛ-ды беҙҙең йәшәү рәүешенә, беҙҙең цивилизацияға реаль янау һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Әммә шуны беләбеҙ: Канада көслө, донъяла яҡлауға иң мохтаж кешеләргә ҡаршы террор асҡан үлтереүселәрҙән, илбаҫарҙарҙан Канада күпкә көслө. Беҙҙе иҫке ҡарашлы кеше тип уйлауығыҙ мөмкин, тик беҙ дошман теләгәнсә эш итмәҫкә тейешбеҙ, тип уйлайбыҙ,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды премьер-министр.

2014 йылдың октябрендә бынан алдағы Канада хөкүмәте халыҡ-ара коалиция операцияһында ҡатнашырға ҡарар итте һәм, ИДИЛ-ды бомбаға тотоу өсөн, 6 бомбардировщик, 2 самолет-разведчик, бер заправкалаусы һәм Кувейттағы базаны хеҙмәтләндереү өсөн 600 хәрби хеҙмәткәр ебәрҙе. Был миссия ошо йылдың мартына ҡәҙәр алып барылырға тейеш ине.


Комментариев нет:

Отправить комментарий