Эгей
диңгеҙенең Төркиә ярҙарында, кәмәләре
һәләкәткә осрап, кәм тигәндә 27 мигрант
батып үлгән. Фажиғә Балыҡесир провинцияһы
янындағы акваторияла булған. Һәләк
булыусылар араһында- 11 бала. 9 кешене
эҙләү дауам итә.
Бынан
алда Төркиә көнбайышындағы Измир
провинцияһы яр буйында ҡасаҡтар менән
тағы бер карап батҡайны. Ул саҡта 11 кеше
һәләк булған, яр буйы хеҙмәткәрҙәре өс
ҡасаҡты ҡотҡара алған. Йыл башынан алып
Төркиәнән Грецияға юл тотҡан 400 мигрант
һәләк булған. Үткән йыл төрөк моряктары
91 меңдән ашыу ҡасаҡты ҡотҡарған.
Греция
яр буйы хеҙмәттәренең дә эше күп: бер
генә көндә- дүшәмбелә- хөрт кенә кәмәләрҙән
һәм караптарҙан тейәп алып, Лесбос
утрауына 2 000-дән ашыу кеше килтерелгән.
Греция
властарының ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн
яңы үҙәктәр, айырым алғанда, Афина
янындағы хәрби база янында үҙәк асырға
ниәтләүҙәрен барыһы ла алҡышлап ҡабул
итмәне. Грецияның ҙур Пирей порты
урамдарына контролһеҙ мигранттар
ағымына ҡаршы булғандар үтә уң “Алтын
таң” фирҡәһе символлы флагтар менән
сыҡты. Һул хәрәкәт яҡлылар һәм антифашистик
ойошмалар ҙа демонстрация ойошторҙо.
Улар араһында бәрелеш булдырмаҫ өсөн,
полицияға күп көс һалырға тура килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий