Һыу-
йәшәү сығанағы. Тап һыу арҡаһында
тирә-йүнебеҙҙә тормош ҡайнай.
“Минеңсә,
кеше һәм һыу айырылғыһыҙ бәйләнгән,”-ти
Сингапурҙың һыу ресурстары агенствоһы
директоры.
Эсәр
һыуға даими ихтыяж- кешелектең именлек
проблемаһы. Аналитииктар был мәсьәләлә
оптимист түгел, уларҙың күҙаллауы
буйынса, 2030 йылда кешелек һыу ҡытлығы
менән осрашасаҡ- ихтыяж һәм тәьминәт
араһындағы айырма 40 процентҡа барып
етеүе ихтимал.
Ғалимдарҙы
ҙур ҡалаларҙағы һыуға мөнәсәбәт борсой:
“Минеңсә,
төп мәсьәлә кешенең һәм ҙур ҡалаларҙың
һыу ресурстарын аҡыл менән тотона
белеүендә. Күп ҡалаларҙа йылғалар- төп
һыу запасы сығанағы, тик уларҙы сүплек
рәүешендә файҙаланалар, был тирә-яҡ
мөхиткә етди хәүеф тыуҙыра.”
Сингапур-
алдынғы, амбициялы һәм ҡатмарлы
ҡала-дәүләт, һыу ресурстары менән дөрөҫ
идара итеү бында үтә лә мөһим.
“Беҙ
Британия колонияһы булған осорҙа һыуҙы
Малайзиянан ташырға тура килә торғайны.
Бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң, ҡаланы
һыу менән тәьмин итеү төп стратегик
мәсьәләгә әүерелде.”
Ошо
юлда стратегик уңыштарҙың береһе-
NeWater һыу таҙартыу заводы. Бер тапҡыр
тотонолған һыуҙар Сингапур инженерҙары
уйлап тапҡан но-хау рәүешендә ҡайтанан
тергеҙелә. Ҡаланың эсәр һыуға өстән бер
өлөш ихтыяжын тәьмин итә ул. Һәр тамсы
һыуҙың сингапурлыларға әһәмиәтен
баһалар өсөн, NeWater белем биреү-туристик
үҙәгенә барырға кәрәк. Һыу таҙартыу
системаһы нисек эшләүен унда үҙ күҙең
менән күрергә мөмкин.
“Кешеләрҙе
һыуға һаҡсыл ҡарарға өйрәтеү мөһим,
быны мәктәп эскәмйәһенән үк башларға кәрәк. Һыу табыу еңел түгел икәнлекте
кешеләр ике икең дүрт тигән кеүек үк
белергә тейеш.”
Һыу
ресустары менән идара итеүҙе дөйөм эшкә
әүерелдереү- һәммәһен дә был проблемаға
йәлеп итеүҙең бер сараһы.
“Тәүҙә
ҡаланың түбәнге өлөшөн һыу баҫыуҙан
һаҡлау өсөн, дамба төҙөү идеяһы барлыҡҡа
килде, әммә мембрана технологиялары
барлыҡҡа килгәс һәм таҙартыу ҡоролмалары
яҡшыртылғас, беҙ һыуҙы эсерлек кимәлгә
еткереп таҙарта алдыҡ. Һөҙөмтәлә ҡала
үҙәгендә тотош тергеҙелгән күл барлыҡҡа
килде.”
Һыуҙы
таҙартыу һәм һаҡлау- бер эш, яңы һыу
сығанаҡтары табыу- икенсе эш. Ә яуап аяҡ
аҫтында ғына ятҡан:
“Беҙ
утрауҙа йәшәйбеҙ, диңгеҙҙәр менән
уратылғанбыҙ. Донъяла сөсөләндерелгән
һыуҙы ҡулланыусы диңгеҙ буйы ҡалалары
күп.”
Сингапурҙың
10% халҡы көндәлек
тормошта эшкәртелгән диңгеҙ һыуын
файҙалана. Таҙа һыу Азиялағы иң ҙур
сөсөләндереү заводы резервуарынан
килә. Урындағы компаниялар диңгеҙ һыуын
эсергә яраҡлы һыуға әйләнедереү буйынса
белгестәргә әүерелгән, һәм был яҡшы
бизнес.
”Ун
йыл элек һәр йыл һайын 5-6 сөсөләндереү
ҡоролмаһы төҙөлдө. Хәҙер беҙ Яҡын
Көнсығышта Төньяҡ Африканан, АҠШ-тан,
Латин Америкаһынан, Һиндостандан,
Көньяҡ-көнсығыш Азиянан, шулай уҡ
Ҡытайҙан технологиябыҙҙы файҙаланыуға
тәҡдимдәрҙе 10-20 тапҡыр күберәк алабыҙ,”-ти
эшҡыуарҙарҙың береһе.
Донъяла
ҡалалар үҫә, улар менән бергә һыуға
ихтыяж да арта. Һыу ҡала тормошоноң бөтә
яҡтарына ла йоғонто яһай. Һыу ресурстары
агенствоһы ғалимдары алдарында торған
бурысты яҡшы аңлай:
“Сингапур
бөгөн ҡайнап йәшәй, ул артабан да
үҫешәсәк, халыҡ артасаҡ. Тимәк хәл итеүҙе
талап иткән яңы проблемалар, яңы бурыстар
тыуып торасаҡ, урбанизация һәм климат
үҙгәреүе- шуларҙың иң мөһиме.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий